Фильмдың тауыш режиссеры һәм уны ҡабаттан яҙҙырыусы – Владимир Сухарев. «Был минең тормошомда иң яуаплы һәм ҡатмарлы проект булды. Мине тәҡдим иткән өсөн фильмдың операторы Вячеслав Ложковҡа һәм ошондай проектты ышанып тапшырған режиссер Айнур Асҡаровҡа ҙур рәхмәт, — ти Владимир. — Яңы йылда барыһына ла ошо фильмды ҡарарға кәңәш бирәм, сөнки ул ысынлап та үҙенең изге, ихлас һәм саф булыуы менән иғтибарға лайыҡ».
Киң тамашасы өсөн премьера сентябргә билдәләнгән, һуңынан картина прокатҡа сыға. Бәлки, быға тиклем тамашасылар фильмды фестивалдәрҙә ҡарай алыр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған юбилей сараларында ҡатнашыусыларға уның повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы күрһәтелде.
Фильмдың режиссеры – билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Еңмеш», «Әсе бал», «Пилорама», «Әсә»), сценаристар — Айҙар Аҡманов, Мәғәфүр Тимербулатов, Дамир Йосопов, композитор — Камил Абдуллин. Картинала башҡорт театрҙарының танылған актерҙары Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар уйнай.