+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Ғинуар 2020, 13:14

Өфөлә киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр һаны күбәйгән

Рәсәйҙә аҙна һайын башҡа респиратор вирустары фонында грипп вирусының өлөшө арта бара.

Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә һуңғы аҙнала киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр һаны күбәйгән. Был баш ҡалабыҙ эпидемия сиге алдында тора, тигәнде аңлата. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 13 ғинуарҙан 19 ғинуарғаса, унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда, ауырып китеүселәр һаны 64 процентҡа артҡан, был эпидемик сиктән 23 процентҡа юғары. Дөйөм республикалағы хәлгә килгәндә, бында хәл яҡшыраҡ: эпидемик сиктән күрһәткестәр 17 проценҡа түбәнерәк.
Дөйөм алғанда, Әстрхан өлкәһендә һәм Алтай крайында, шулай уҡ өс ҡалала – Ырымбурҙа, Ставрополдә һәм Өфөлә халыҡ араһында аҙналыҡ эпидемик сиктәрҙең бер аҙ артыуы күҙәтелгән, — тип белдерҙеләр Роспотребнадзор матбуғат хеҙмәтендә.
Сир аяҡтан йыҡмаһын өсөн, Роспотребнадзор белгестәре кәңәш итә:
кешеләр күмәк урындарҙа һирәгерәк булығыҙ;
маска ҡулланығыҙ;
сирләүсе кешеләрҙән арыраҡ тороғоҙ;
ҡулығыҙҙы ныҡлап йыуығыҙ, айырыуса урамдан кергәндән һуң;
фатирҙы даими елләтегеҙ, еүеш сепрәк менән туҙанды һөртөргә онотмағыҙ;
сирҙең тәүге билдәләрен тойғанда, табип менән кәңәшләшеп, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланығыҙ.
Читайте нас: