Республикала киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле ҡайһы бер мәктәптәр һәм балалар баҡсалары белем биреү процесын туҡтата. Мәктәптәрҙә кластар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр өлөшләтә ябыла. Бөгөнгә ошондай кластар һәм төркөмдәр – 29, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.
Әлегә төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемия юҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә матбуғат хеҙмәте. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа ауырыуҙың эпидемик сиге юғарыраҡ булған. Өфөлә эпидемик сиктең 8% артыуы өлкәндәрҙең ауырыуы менән аңлатыла. Сирлеләрҙең 68% самаһы – 17 йәшкә тиклемдәр.
Источник фото: Getty Images