Китап ҡулъяҙма китап, мосолман каллиграфияһы, милли типография сәнғәтенә нигеҙ һалыу һәм уның үҫеше, Башҡортостандың милли баҫмаларында конструктивизм хаҡындағы бүлектәрҙән тора.
Баҫмала Башҡортостандың ғәрәп, латин һәм кириллица шрифтары менән йыйылған, әҙәби-художестволы, фәнни, ижтимағи-дини йөкмәткеле баҫма продукцияһы өлгөләре бирелгән. Ҡулъяҙма китаптан хәреф йыйыуға тиклем, баҫма сәнғәттең стилистик һәм технологик үҙенсәлектәре контексында эволюция үҫеше күрһәтелгән.
Айырым бүлек төрлө быуын китап эше оҫталарына бағышланған.
Китапта Роза Буканованың «Башҡортостан китап нәшриәтен ойоштороу тарихы (1917–1922 йылдар)» мәҡәләһе лә индерелгән.
Баҫмала Милли архив, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли музей, Милли әҙәбиәт музейы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт китап палатаһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институты, шәхси китапханалар фондтарынан материалдар файҙаланылған.
Китап милли китаптың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.