+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Февраль 2020, 11:18

Шайморатов генералдың һәйкәле Өфөнөң Совет майҙанында урын аласаҡ

Совет майҙанынан 1942 йылдың март айында Миңлеғәле Шайморатовтың атлылар дивизияһы илебеҙҙе фашистарҙан азат итергә киткән.

Былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халҡыбыҙҙың бөйөк улына һәйкәл Өфөнөң үҙәгендә булырға тейеш тип әйткән ине. Совет майҙаны машиналар ҡуйыу урыны түгел. Әлеге ваҡытта майҙандың реконструкциялау проектының һүрәтләнеше әҙер.
Йыл аҙағына майҙан ошо видеояҙмалағы кеүек булырға тейеш тип күҙаллана.
«Бына шул саҡта майҙан яңы төҫтәр менән балҡыр һәм ҡала халҡының тағы бер яратҡан урынына әүерелер», — тип яҙған бәйләнештәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Реконструкциялау барышында 2021 йылға эргә-тирәләге биналарҙы тышҡы яҡтан ремонтлау күҙаллана, уртала генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла.
фото: реконструкциялау проектының һүрәтләнешенән скрин
Читайте нас: