-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Февраль 2020, 15:20

Ун меңдән ашыу Өфө уҡыусылары мәктәпкә йөрөмәй

Бының сәбәбе – карантин. Ниндәй уҡыу йорттары әлегә ябыҡ? Беҙҙең материалда артабан уҡығыҙ.

Баш ҡала хаҡимиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә 6 февральгә 6 мәктәптә эпидемия иғлан ителгән. МБОУ «Школа № 113 им. И.И. Рыбалко», МБОУ Школа № 132, МБОУ «Ордена Дружбы народов гимназия № 3 им. А.М. Горького», МБОУ Школа № 71, МБОУ Школа № 14, МБОУ «Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима».
Уҡыу процессы 13 февральгә хәтлем туҡтатылды.
Тағы ла Өфөнөң 17 мәктәбендә 150 класс карантинға ябылған.
Карантинға ябыу ҡарарын мәктәп директоры хәл итә әгәрҙә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән ауырыусы балалар һаны 20 проценттан күберәк булһа. Бындай ҡарар бөтә мәктәпкә йәки айырым алынған класҡа ҡарата сығарыла.
Читайте нас: