+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Февраль 2020, 13:51

Рәсәй почтаһы фронтовиктарҙын фотоларын мәңгеләштерә

“Хәтер юлы” проекты партнеры Рәсәй почтаһы 17 февралдән 31 майға тиклем үҙенең бүлексәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙын фотоларын ҡабул итәсәк.

Фронтовиктарҙын фотоларын почта хеҙмәткәрҙәре скан аша үткәрәсәк һәм “Хәтер юлы” проектының рәсми сайтына ҡуясаҡ. 17 февралдән Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләрендә фотоларҙы ҡабул итеү башлана. Фотоларҙы һаҡлап ҡына төбәктең үҙәк идаралығына ебәрәләр. Аҙаҡ кире ҡайтарыла. Скан аша үткәрелгән фотоларҙы рәсми сайтҡа ла Рәсәй почтаһы ҡуясаҡ. Әйтергә кәрәк, почта бүлексәләре төпкөл ауылдарҙа ла бар. Тимәк был проектҡа бөтә Рәсәй халҡы ла ҡушыла ала.
Шулай уҡ почта бүлексәләрендә QR-код менән мәғлүмәти материалдар ҙа ҡуйыла. Ул QR-код аша рәсми сатҡа сығып һәр кем фотоларҙы үҙе лә ҡуя ала.
Бөйөк Ватан һуғышында почта хеҙмәткәрҙәре 10 миллиардтан ашыу хат һәм 23 миллион посылкалар килтергән. Почта – фронт менән тылды тоташтырған берҙән-бер хәбәр ысулы булған.
Бөгөнгө көндә, Бөйөк еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын үткәргән йылда Рәсәй почтаһының төп маҡсаты – быуындар бәйләнешен, ата-бабаларҙының ҡаһарманлығы хаҡында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу.
Читайте нас: