+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Февраль 2020, 14:09

Республикала «комендант сәғәте» бер сәғәткә оҙайтыла

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балаларға 1 майҙан 30 сентябргә хәтлем төнгө сәғәт 12-нән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йөрөргә ярамай.

Йәйге осорҙа балалар өсөн комендант сәғәте бер сәғәткә оҙайтыла. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары 27 февралдә парламенттың пленар ултырышында «Республикала бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» Башҡортостан Законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр ҡабул итергә йыйына. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, 17 йәшкә тиклемге балаларға 1 майҙан 30 сентябргә хәтлем төнгө сәғәт 12-нән таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йөрөргә ярамай.
Депутаттар был осорҙо бер сәғәткә – киске 11-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр оҙайтырға тәҡдим итә. Башҡа осорҙа «комендант сәғәте» үҙгәрешһеҙ ҡала – киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, федераль ҡануниәттә «комендант сәғәте» йыл дауамында киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға ҡәҙәр билдәләнгән. Төбәктәр, миҙгел һәм климат шарттарын иҫәпкә алып, ваҡытты үҙҙәре билдәләргә хоҡуҡлы. Башҡортостанда был хоҡуҡ йәйге осорҙа комендант сәғәтен ике сәғәткә ҡыҫҡартыу юлы менән тормошҡа ашырылды.
«Ләкин бер нисә йыл элек йәйге ваҡыттан баш тарттыҡ. Йәй көнө иртә ҡараңғы төшә башланы. Шуға бәйле «комендант сәғәте»н төнгө 12-лә түгел, ә 11-ҙә башлау маҡсатлы ярашлы, – тип иҫәпләй Константин Толкачев. – Бынан тыш, уҡытыусыларҙан, ата-әсәләр берләшмәһенән, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан уны оҙайтыу тураһында үтенестәр килде».
Константин Толкачев фекеренсә, был ҡарар үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫланы. Бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселек кәмей. Республика биләмәһендә урынлашҡан ике балалар колонияһының береһе ябылды, икенсеһен ябыу тураһында мәсьәлә ҡарала.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: