-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Февраль 2020, 18:02

Фолькориада символын эшлә, конкурста ҡатнаш!

Башҡортостан башлығы Бөтә донъя фольклориадаһы символына конкурс башланыуын иғлан итте.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһының ошо халыҡ-ара ваҡиғаның ҙурлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырған иң яҡшы символына конкурс иғлан ителде. Ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән ҡулланыла. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Футбол буйынса донъя чемпионатындағы бүре-Забиваканы хәтерләйһегеҙме? Үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле геройыбыҙ булһын. Уны донъяның төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтар оҙаҡҡа иҫендә ҡалдырыр һәм сувенир итеп өйҙәренә алып ҡайтыр. Был — бик яуаплы бурыс, сөнки ошо символ Башҡортостан менән ассоциация тыуҙырырырға тейеш», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене 18 июлдә Өфөгә VI бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡыралар.
Конкурста ҡатнашыу географияһы сикләнмәгән, ләкин беҙҙең авторҙарҙан ғаризалар күберәк булһын ине, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Эштәр symbol@folkloriada2020.com электрон адресына ҡабул ителә.