+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Февраль 2020, 21:03

Улар ҡыҙын Өфөгә дауаханаға алып китеп барған...

Юлға сыҡҡан саҡта бер кем дә аварияға осрармын тип уйламай. Һәр кем пландар ҡороп, йомош менән йөрөй.

Һәм көтмәгәндә өҙөлгән ғүмерҙәр бигерәк аяныслы. Ошо көндәрҙә ике кешенең ғүмерен өҙгән йән өшөткөс авария ла һаман тыңғы бирмәй. Өфө – Стәрлетамаҡ юлында ирле-ҡатынлы һәләк булды һәм уларҙың ун йәшлек ҡыҙҙары ауыр хәлдә дауаханала ята.

Бөгөн был кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. Күмертау ҡалаһында йәшәгән Евгений менән Алена Өфөгә ун йәшлек ҡыҙҙарын дауаханаға тип алып китеп барған. Бала йыш ҡына башы ауыртыуына зарланған икән. Был сире үтмәгәс урындағы табиптар уны Өфөгә балалар дауаханаһына МРТ үтергә тип ебәргән. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар барып етә алмай...

Хәбәр итеүебеҙсә, уларҙың “Фольксваген Поло” автомобиле светофорға туҡтаған йөк машинаһы аҫтына инеп китә. Баланың 41 йәшлек атаһы менән 35 йәшлек әсәһе урында һәләк була.

“Уфа1” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ғаиләлә ике ҡыҙ бала тәрбиәләнгән. Ҙуры әле ауыр йәрәхәттәр менән Ауырғазы районы дауаханаһында комала ятһа, бәләкәсе, алты йәшлеге, уларҙы өйҙә көтөп ҡалған. Уға атаһы менән әсәһенең юҡлығы тураһында әйтмәгәндәр. Сабый улар вәғәҙә итеп киткән баш ҡала бүләген көтә... Ҡыҙыҡай быйыл беренсе класҡа барырға тейеш булған.

Был ғаилә бөтә яҡлап та имен булған. Ғаилә башлығы Евгений балыҡ тотоу менән мауыҡҡан, яңыраҡ “Газпром”ға электрик булып эшкә урынлашҡан. Әсәләре Алена медицина колледжында белем алып йөрөгән, ул табип булырға хыялланған. Хәҙер барлыҡ хыялдар селпәрәмә килгән.

Балалар кем менән ҡалыр, билдәле түгел. Ирле-ҡатынлыларҙың ата-әсәләре иҫән, бер туған апалары ла бар.

Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм ҡыҙыҡайға һауығыу теләйбеҙ.

Фото: "Уфа1".

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: