+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Февраль 2020, 15:00

Айтмәмбәттәр байрам итә

Архангель районы Айтмәмбәт ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды.

2007 йылдан алып көттө был белем усағын ауыл халҡы. Төрлә йыйындар ойоштороп ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнеләр Айтмәмбәттәр. “Архангель яҡташтары” ойошмаһы рәйесе, профессор, ошо ауыл кешеһе Ғарифулла ағай Япаров тыуған ауылында мәктәп асыуға күп көс һалды. Байрам көнө Ғарифулла ағай ауылдаштарына оло наградалар тапшырҙы, мәктәпкә күп фәһемле китаптар һәм триммер (салғы) бңләк итте. Был мәктәп республиканың 100 йыллығына - 100 объект программаһына ярашлы төҙөлдө.
Был көнгә тиклем ауыл балалары күрше Оҙондар ауылына йөрөп уҡыны. Яңы объектта 40 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, заманса йыһазландырылған спорт зал, 60 урынлыҡ мәктәп урынлашҡан.
Фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас: