+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Февраль 2020, 15:48

Финалға кемдәр сыҡты?

23 февралдә Торатау Конгресс-Холында Башҡортостан Республикаһы КВН-ы Үҫмерҙәр Лигаһының ярымфинал уйыны үтте.

Унда Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбенән “Красные мажоры”, Ишембай ҡалаһынан ”То, что хочется”, Өфө ҡалаһының 82-се гимназияһынан “7-й район”, 159-сы Мәғариф үҙәгенән “Бешеные Краски”, “Шабаж-монтаж” 121-се гимназияһынан “Се ля ви”, 119-сы мәктәбенән “Made in Ufa”, 42-се лицейынан “Агнешка”, Шаран ауылының 1-се мәктәбенән “Шаранские бродяги”, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 11-се мәктәбенән “Новая школа” командалары ҡатнашты.
Улар ижади һәм музыкаль конкурста көс һынашты. Бөтә командалар ҙа бик көслө һәм матур сығыш яһаны. Жюри ағзаларына Анапала финал уйындарында ҡатнашыу өсөн биш команданы һайлап алыуы еңел булманы. Һөҙөмтәлә алты команда еңеүсе тип билдәләнде. Беренсе урында – “Бешеные краски” менән “Агнешка”. Икенсе урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Новая школа” командаһы яуланы. Өсөнсө урынға “7-й район”, “Шаранские бродяги”, “Се ля ви” командалары сыҡты.
Фото:Т.Аманов.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: