+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Март 2020, 19:46

Ғарифулла ағайҙың яратҡан донъяһы

Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар союзында Ғарифулла Япаровтың “Беҙ яратҡан донъя” китабының исем туйы булды.

Ғарифулла Хәбибулла улының был китабы йәш быуын өсөн бик фәһемле. Яҙыусыны ҡотлаусылар араһында ошондай фекер менән сығыш яһыусылар бихисап булды.
Яҙыусының тыуған яғы – Архангель районы Айтмәмбәт һәм күрше ауылдарҙа булған хәл-ваҡиға һүрәтләнгән Ғарифулла ағайҙың был ижад емешендә. Әрме сафтарына барыусылар өсөн был китап – нисек егет булырға тигән йөкмәткеле әҙәби әсбап.
Мәғлүмәт өсөн:
Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1.07.1957), ғалим-агроном, политолог, юрист, юғары мәктәп уҡыутыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры (2013), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы (2012), Рәсәй юристары Ассоцициаһы (2012), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы (2019) ағзаһы, «Архангель яҡташтары» йәмғиәт ойошмаһының идара рәйесе.
Фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас: