+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Март 2020, 14:06

Башҡортостандың иң гүзәл ҡыҙы ҡайҙан?

7 мартта Өфө ҡалаһында “Башҡортостан гүзәле” матурлыҡ бәйгеһе үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән береһенән-береһе матурыраҡ 18 ҡыҙ ҡатнашты.

Һылыуҡайҙарҙың сығышын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Өсөнсө урынға – Белорет районынан Айһылыу Хәйруллина, икенсе урынға Йылайыр районынан Ләйсән Нәҙерғолова лайыҡ булды. Беренсе урынға һәм “Башҡортостан гүзәле” исменә Баймаҡ һылыуы Зөлфиә Байбулатова лайыҡ булды. Зөлфиә Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алыусы ҡыҙ бәләкәйҙән йырларға, бейергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ярата. “Һылыуҡай – 2019” республика бәйгеһендә лә икенсе урынға лайыҡ булғайны.
Фото:Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: