+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Март 2020, 13:12

Билдәле яҡташыбыҙ коронавирус ҡорбанымы?

Францияның матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, данлыҡлы яҡташыбыҙ, опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов коронавирус ҡорбаны булған.

Тап ошондай баш менән йырсының Бордо милли операһындағы концертының кисектерелеүе хаҡындағы хәбәрҙәр донъя күргән. Концерт 11 мартҡа планлаштырылыуы мәғлүм. Әммә йырсы был мәғлүмәттәрҙе инҡар иткән һәм концерт кисектерелеүҙең сәбәптәрен аңлатҡан. "Тәүге сиратта тамашасыларыма шуны еткерәм: мин һәм Миланда йәшәүсе минең концертмейстерым Мзия Бахтуридзе һау-сәләмәтбеҙ! Covid 19-ға бәйле сикләүҙәр индерелеүгә бәйле, Бордолағы концертты кисектерҙек. Үҙем сирләмәһәм дә, индерелгән сикләүҙәр миңә һәм минең менән эшләгән пианистҡа Бордоға юлды ябып торҙо. Концерт хаҡында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ. Миңә бик йәл ", — тип яҙған Илдар Абдразаҡов Instagramдағы сәхифәһендә.
Фото: Кино-Театр.РУ
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: