Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбендә БР һәм РФ Журналистар Союзы ағзаһы, Яҙыусылар Союзы ағзаһы, М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, яҙыусы,журналист, башҡортобоҙҙоң һәләтле ҡыҙы Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы беҙҙә ҡунаҡта булды. Беҙ Рәзиләнең “Аманат ” балалар журналында баҫылған “Моң ” фантастик хикәйәһе буйынса һөйләшеү үткәрергә йыйылдыҡ. Бишенселәр әҫәрҙе яҡшылап өйрәнде, һүрәттәр эшләне, әҙибәнең шиғырҙарын ятланы, хикәйәнән өҙөк сәхнәләштерҙе. Рәзилә Ишбулды ҡыҙы: "Шул тиклем ихлас тыңлаған балалар менән осрашыу шатлыҡлы булды," - тине аҙаҡтан.