+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Март 2020, 12:26

Ҡыҙҙарҙың ҡурайҙа уйнауына нисек ҡарайһығыҙ?

Ошондай мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрендәге төркөмдә сыҡты. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Һүрәттә- Ҡәҙриә Зөбәйерова, Башҡорт дәүләт университеты магистранты. Ҡурайсы ҡыҙҙарҙың I асыҡ республика конкурсы лауреаты. Был конкурста 47 ҡурайсы ҡыҙ ҡатнашҡан.
Ҡәҙриә 6 йәштән уйнай, балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән. “Ҡурай- башҡорт халҡының төп уйын ҡоралы, шуның өсөн дә ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Бала саҡта ансамбль менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инем, хәҙер һирәгерәк сығыш яһайым,” -ти ул. Ҡәҙриә әйтеүенсә, ҡурай менән күптәр ҡыҙыҡһына, уйнарға өйрәнергә теләп мөрәжәғәт итәләр. Ҡурай уйнау сәләмәтлек өсөн дә файҙалы, тын алыу юлдарын сыныҡтыра, ти ҡурайсы.
Читайте нас: