-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Март 2020, 14:16

COVID 19 вирусы хаҡында мәғлүмәт

2020 й ылдың 29 мартына хәбәр ошо: Башҡортостанда 4 кеше коронавирус менән ауырый.

Улар барыһы ла сит илдәрҙә йөрөп ҡайтҡан: Урта диңгеҙ буйлап круиз сәйәхәтендә 35 һәм 50 йәшлек Дүртөйлө кешеләре, 13 йәшлек Өфө районынан үҫмер Италияла, ә 51 йәшлек ирҙең ҡайҙа ауырыу эләктереүе хәбәр ителмәй. Был кеше тәүҙә Европала булыуы хаҡында йәшерә.
Ауырыуҙар барыһы ла әлеге мәлдә Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһында махсус бокстарҙа ята.
Башҡортостандың һаулыҡ министры Максим Забелин коронавирус буйынса көндәлек брифингта әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың хәле арыу ғына, дауалау штат режимында бара.
Ошо уҡ брифингта һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус диагнозы ауырыу шиге менән 92 кеше дауаханала ята, улар араһында 14 бала.
Читайте нас: