Ял көндәре тәбиғәткә сығып, шашлык ҡыҙҙырып йөрөүселәр булды бихисап. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда бишенсе коронавирус сирен йоҡторған кеше табылды. Ул Францияла уҡыған студент булып сыҡты.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә “ҡоро” закон ҡабул итерге тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ ҡул бирешеп һаулыҡ һорашмаҫҡа ла өндәйҙәр.
Рәсәйҙә 1534 кешелә был сир табылған. Был тәүлектә илдә 270 яңы осрағы асыҡланды, шуларҙың береһе Башҡортостанда.