Сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, ошо биттә, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә (
vk.com/amanatrb), йәки рәсми сайтында (
amanat.rbsmi.ru) ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияһының (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ! 6 айға яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин.
Шул купондарҙы беҙ, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа иһә – етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.