-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Апрель 2020, 19:49

Коронавирус тураһында фейк таратҡан өсөн штраф сәпәгәндәр

Салауат ҡалаһында булған был хәл. 37 йәшлек ҡатын ялған яңылыҡ таратҡаны өсөн күпме штраф алған?

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә социаль селтәрҙәге COVID 19 вирусы тураһындағы яңылыҡ аҫтында ҡатын ялған яңылыҡты яҙып ҡуйған ине. Тик полиция хеҙмәткәрҙәре оператив рәүештә фейк авторын тапҡан һәм хөкөмгә лә тарттырған. Яңылыҡ ялған икәнен белә тороп уны таратҡан ҡатынға фемида хеҙмәткәрҙәре 15 000 һум штраф һалған.
Әйтергә кәрәк, ватцапта ла күп кенә фейк-яңылыҡтар йөрөй. Йәнәһе вертолеттар менән дезинфекция үткәрәләр тигәндәре лә бар. Ышанмағыҙ – ул ялған яңылыҡтар. Уйлап һөйләгеҙ!
Читайте нас: