-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Апрель 2020, 16:41

Ғаризалар 1 июндән ҡабул ителә башлаясаҡ

Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи база булдырылды: республика Башлығы Радий Хәбиров махсус указға ҡул ҡуйҙы.

Аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын булдырыу хаҡында Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин белдергәйне. Ғаризаны 1 июндән бирергә мөмкин буласаҡ.
Йән башына тура килгән килем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Был дәүмәл 2019 йылдың икенсе яртыһында ҡабул ителгән һәм беҙҙә 9804 мең һум тәшкил итә. Пособие күләме иһә былтырғы йылдың икенсе яртыһында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 50 процентына тиң: 4 894,5 һум.
Башҡортостанда дәүләт ярҙамынан 62 683 мең сабыйҙың ата-әсәһе файҙа­ланасаҡ. Был маҡсатҡа төрлө кимәлдәге ҡаҙналарҙан 3,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ғариза 2020 йылдың 1 июненән һуң ҡайһы ваҡытта бирелһә лә, пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнәсәк. Шулай итеп, ата-әсә ағымдағы йылдың биш айы өсөн дә аҡса аласаҡ. Әгәр балаға ағымдағы йылда ғинуарҙан июнгә тиклем өс йәш тулған икән, ғаиләгә өҫтәмә түләү ошо көндән алып билдәләнәсәк.
Шуныһы мөһим: түләү тотош бер йыл өсөн иҫәпләнә. Ғаризалар 1 июндән ҡабул ителә, уларҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон формала ебәрергә мөмкин, ҡалған документтарҙы күп функциялы үҙәктәргә (МФЦ) алып барырға кәрәк буласаҡ. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә:
Фото: rl0.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в