-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Апрель 2020, 23:34

Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, рухлы, аңлы уҡыусыларыбыҙ! Киләсәк быуын, телебеҙ, республикабыҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кешегә йөрәгебеҙҙе һыҙып сыҡҡан оло үтенесебеҙҙе еткерәбеҙ!

«Аманат» – ата-балаларыбыҙҙан беҙгә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡомартҡы, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, рухыбыҙ, васыят ул. Инде 92-се йыл донъя күреп ятҡан, халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы булған, былтыр Рәсәйҙең “Милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы” исемен алған, башҡорт халҡына нисәмә рухлы быуын үҫтерешкән, балаларға үҫергә ярҙам иткән “Аманат” бөгөн һеҙҙең яҡлауға, ярҙамға мохтаж.
Төймә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк, тигәндәй, һеҙҙең һәр ярҙамғыҙҙы ихлас ҡабул итәбеҙ. Матди ҡыйынлыҡтар кисереүсе, уҡырға теләп тә яҙыла алмаған балаларға (күп балалы, мохтаж, балаларҙы ҡарауға алған ғаиләләргә, балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе етемдәргә) “Аманат”ты яҙҙырыу юлы менән беҙгә был аҡсалар тиражыбыҙҙы арттырырға ярҙам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
“Аманат” журналы редакцияһы.
ошо QR код аша инем яҙыла алһығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: