+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Апрель 2020, 17:56

Мәктәптәрҙә аш-һыу сифатын яңы ойошма тикшерәсәк

Социаль туҡланыу идаралығы – Башҡортостан башлығы тейешле бойороҡты имзаланы.

Республиканың мәктәптәрендә һәм дауаханаларындағы туҡланыу сифатын тикшерәсәк был яңы ойошма. Төп эшмәкәрлеге – контракттарҙың тейешле һәм сифатлы үтәлеүен тикшереү. Мәктәптәр, дауаханалар һәм санаторийҙарҙа туҡланыу сифаты күтәркелер тип ышанабыҙ.
Бойороҡҡа ярашлы Социаль туҡланыу идаралығының учредителе Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты. 1 майға тиклем яңы ойошманы теркәп уставын раҫларға тейеш.
фото: mk.ru
Читайте нас: