Роспотребнадзор мәғлүмәтенән күренеүенсә, 47 пациент бар. Күбеһе Өфө дауаханаларында: 26 кеше Республика клиник инфекция дауаханаһында, 9 – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, 4 – Дим ҡала дауаханаһында. 2 кеше Бөрө дауаханаһында һәм берешәр сирле Дүртөйлө, Кумертау, Сибай, Октябрьский ҡала, Бәләбәй, Ейәнсура үҙәк дауаханаларында дауалау курсы ала.
Шулай уҡ, бөгөн, республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан беренсе пациенттың үлемен хәбәр итте: 1938 йылғы Бәләбәй кешеһе вафат булған.