+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Апрель 2020, 19:40

Театрҙың виртуаль каналы саҡыра

Дәрестәрҙән, өй эштәренән бушаған ваҡыттарығыҙҙы нисек уҙғараһығыҙ? Театрҙарҙың виртуаль киңлектәрҙәге каналдарына инеп сығырға ла онотмағыҙ.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ каналында архив спектаклдәрен тәҡдим итә. Рәсимә Ураҡсинаның “Сыңҡылдаҡ себен”, Сәрүәр Суринаның “Алтын балта”, М.Метерлинктың “Зәңгәр ҡош” кеүек әкиәттәрен, Уильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»трагедияһын һәм үҙегеҙҙең зауыҡҡа тап килгән башҡа бик күп спектаклдәр ҡарарға мөмкин. Быларҙан тыш, һәр кис, йоҡо алдынан театр артистары балалар өсөн башҡорт, рус телдәрендә әкиәттәр уҡый.
19 апрелдә театрҙың Ютуб-каналында көн буйына Мостай Кәрим шиғырҙары, әҫәрҙәренән өҙөктәр, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, “Йәйәүле Мәхмүт” архив спектакле һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев уҡыуында балалар өсөн “Ҡайын урманында” хикәйәһен ишетергә мөмкин буласаҡ. Ошо уҡ көндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы архивынан Салауат Юлаев ордены кавалеры Шәүрә Ғилманованың “Мостай Кәрим. Ижадсы. Яугир. Аҡыл эйәһе.” документаль фильмы һәм шиғри альманахы ла Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Ютуб-каналында күрһәтеләсәк.
Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: