-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Апрель 2020, 21:39

Башҡортостандың ҡайһы ҡала һәм райондарында бар COVID-19

16 апрелгә рәсми мәғлүмәт. Һуңғы ике көн эсендә коронавирус менән иң күп ауырыуҙар Бәләбәй районында табылған.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә COVID-19 вирусы инфекцияһы 10-16 апрелдә табылған:
Баҡалы, Балаҡатай, Дыуан, Ейәнсура, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәләүез, Нуриман, Салауат, Шишмә райондарында берешәр кешелә коронавирус табылған.
Икешәр сирле Әлшәй, Баймаҡ, Балтас, Борай, Йылайыр, Ишембай, Көйөргәҙе, Миәкә һәм Яңауыл райондарында.
Өҫөшәр пациенттар Благовар, Буздәк, Ҡырмыҫҡалы, Кушнарен һәм Туймазы райондарында.
Дүртешәр кеше Белорет һәм Иглин райондарында.
Бишешәр ауырыу Дәүләкән һәм Дүртөйлө райондарынан.
6 кеше Бөрө районында.
12 – Өфө районында.
Бәләбәй районында – 20 кеше.
Ҡалалар буйынса статистика былай: Ағиҙел – 1, Күмертау – 4, Нефтекама – 2, Октябрьский – 4, Салауат – 1, Сибай – 2, Стәрлетамаҡ – 3.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Ошо хаҡта ул кесаҙна республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдерҙе.
«Беҙ бөгөн бер нисә ҡарар ҡабул иттек. Был саралар популяр булмаһа ла, улар бик кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары, һеҙ оҙаҡҡа иҫәп тотоғоҙ, халыҡты ла шуға әҙерләгеҙ. Апрель-май бына ошондай режимда эшләйбеҙ».
фото: iz.ru сайтынан
Читайте нас: