Андыҙҙың тын юлдары ауырыуҙарына, һалҡын тейгәндә, үпкә шешкәндә килешеүен башҡорттар борон-борондан белгән. Ул тамаҡ төбөндәге, үпкәләге лайлалы ҡаҡырыҡты (мокрота) сығарырға ярҙам итә, антисептик ролен үтәй. Уның тамырын иртә яҙҙа (апрель-май) йәки ҡара көҙҙә (октябрь-ноябрь) ҡаҙып алып, киптереп һаҡлар булғандар. Ҡәрсәй беҙҙе андыҙ тамыры ҡаҙырға көҙ алып барыр ине, сөнки яҙын беҙҙең ауыл тирәһен һыу ныҡ баҫа, аяҡ баҫырмын тимә!
Был үлән сүплектә үҫә тиһәләр ҙә, ул экологик яҡтан таҙа урынды үҙ итә. Уны ат та ашай. Юҡҡа ғынамы ни ата-бабаларыбыҙ “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ” тимәгән. Баҡтиһәң, ул йылҡы малының эсәк-ҡарынын, үпкәһен төрлө ауырыуҙарҙан дауалай икән. Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, андыҙ кешегә лә бик аҙ миҡдарҙа гастриттан арынырға ярҙам итә. Беҙ иһә андыҙ төнәтмәһенә бал һалып эсә торғайныҡ. Шулай иткәндә үләндең әсе тәме тойолмай, сәй кеүек тәмле генә була.
Бер барғанда беҙ дегәнәк тамырын да ҡаҙып алып ҡайта торғайныҡ. Уныһы сәскә килешә. Таҙартып, йыуып, бармаҡ оҙонлоғонда итеп тураҡлап, ҡараңғы урынға киптерергә һалабыҙ. Аҙаҡ мунсала уны эҫе һыуҙа бешекләп, сәсте ошо төнәтмә менән сая инек. Ҡәрсәй уны бешерергә ҡушмай – файҙаһы бөтә, ти торғайны. Ул ваҡытта беҙгә – үҫмер ҡыҙҙарға дегәнәк тамырының нисек тәьҫир итеүе тураһында ныҡлап аңлатыусы ла булманы. Ярҙам итәме – итә, сәс ҡойолмай, тиҙ үҫә. Ҙурайғас ҡына уның А, С, Е, Р, В төркөмө витаминдарына, эфир майҙарына бай булыуы тураһында уҡып, белдек.
Әле был файҙалы үләндәрҙең тамырҙары көс йыйып, япраҡ ярыр осоро. Ошо ваҡытта уларҙы ҡаҙып алып, йыуып, киптереп ҡуйһағыҙ, йыл буйына тәбиғи дауа һәм тәбиғи косметика ғына ҡулланырһығыҙ.