+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Апрель 2020, 14:30

"Аманат"ҡа 12% ташлама менән нисек яҙылырға?

20 апрелдән гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу декадаһы башланды. Беҙ һеҙгә өйҙән сыҡмай ғына иң максималь ташлама менән яҙылыу ысулын тәҡдим итәбеҙ.

1. Иң тәүҙә эҙләү сервисында (беҙ Яндексты ҡулландыҡ) "Почта России подписка онлайн" тип яҙабыҙ.
2. Иң өҫтә торған "Подписка онлайн" тигән яҙыуға баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан биттәге эҙләү юлына "Аманат" тип яҙабыҙ. "Аманат/Завет" тигән атама аҫтында беҙҙең журналдың онлайн-абонементы килеп сыға.
3. Артабан "Доставка" тигән карточкаларҙы тултырабыҙ. Әгәр журнал өйҙә килһен тиһәгеҙ, "На адрес получателя" тигән юлды һайлағыҙ. Адресты яҙғанда индексты, фатир булһа - фатирҙың һанын яҙырға онотмағыҙ. Ғәҙәттә, урамығыҙҙың атамаһын яҙғас та уҡ, автоматик рәүештә индекс, район, ауыл исеме килеп сыға. Был саҡта өйҙөң номерын яҙырға ғына ҡала. Икенсе юлда журналға яҙылыусының исем-шәрифе тултырыла. Аҫта ниндәй айҙарға яҙылырға теләйһегеҙ - шуларҙы һайлайһығыҙ. 6 айға яҙылыу хаҡы - 309 һум 60 тин.
4. Артабан түләү битләүенә күсәбеҙ. Унда беҙгә телефон номерын, электрон почтаны һәм берәй серһүҙ уйлап табып, регистрация үтергә кәрәк (был теркәлеү һеҙгә яҙылыу квитанцияһын электрон почтаға алыу өсөн кәрәк). Телефон номерына килгән 5 һанлы кодты яҙабыҙ, электрон почтаға килгән 6 урынлы һанды күсереп, күрһәтелгән "тәҙрә"гә яҙабыҙ. Артабан беҙ түләй торған карта тураһында мәғлүмәтте тултырып, журналдың хаҡын түләйбеҙ.
Читайте нас: