+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Апрель 2020, 00:36

Башҡортостандың ҡайһы ҡала һәм райондарында COVID 19 бар?

Республикала коронавирус менəн сирлелəр һаны 371. 34 кеше дауаланып сыҡты, 14 – вафат.

62 кеше өй шарттарында дауалана. Ҡалған сирлелəр республиканың төрлө ҡала һәм район дауаханаһында:
Республика клиник йоғошло сирҙəр дауаханаһында – 67.
Өфөнөң 8-се ҡала дауаханаһында – 26.
Ҡыуатов исемендəге Республика клиник дауаханаһында – 25.
Өфөнөң Дим биҫтəһе дауаханаһында – 19.
Өфөнөң 5-се ҡала дауаханаһында – 13.
Башҡорт дəүлəт медицина университетының клиникаһында – 7.
Бəлəбəй районының үҙəк дауаханаһында – 21.
Бөрө районының үҙəк дауаханаһында – 7.
Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһында – 5.
Стəрлетамаҡтың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында – 4.
Белорет, Бүздəк, Дүртөйлө, Ауырғазы, Учалы районы дауаханаларында һəм Стəрлетамаҡтың 2-се һанлы ҡала дауаханаһында берешəр кеше.
Доньяла – 2.5 миллион кешелә COVID 19 табылған. Рәсәйҙә сирләүселәр һаны - 52 763.
фото: РБК
Читайте нас: