-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Апрель 2020, 20:56

“Зөләйха күҙҙәрен аса” сериалы рейтингтың тәүге баҫҡысын яуланы

Сериалдың тəүге биш серияһы Рəсəйҙең барлыҡ телеканалдары араһында ҡараусылар һаны буйынса рекорд ҡуйған.

Яҙыусы Гүзәл Яхинаның романы буйынса режиссер Егор Анашкин төшөргән “Зөләйха күҙҙәрен аса” фильмы тәүге серияларынан үк бөтə каналдар араһында иң йыш ҡаралған сериалдар һанында ул.
Төп сюжет татар ҡатыны Зөләйханың ауыр яҙмышы аша үткән ХХ быуаттың башында “кулак” тип себергә һөргөнгә ебәреүе, ауыр шарттарҙа ла кешелеклеген юғалтауы хаҡында.
Был аҙнала “Рәсәй” телеканалы телесериалды күрһәтеүҙе тамамлай. Ләкин Ю Туб каналы аша ла был киноны ҡарап була.
Төп ролде Сулпан Хәммәтова башҡара. Гүзəл Яхинаның был китабы 2015 йылда донъя күрҙе һəм бер нисə билдəле əҙəби премиялар менəн билдəлəнде. Əҫəр 34 телгə тəржемə ителгəн.
фото: ГТРК "Башҡортостан"