+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Апрель 2020, 18:49

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ирекмәндәр отряды республика халҡына ярҙам күрһәтә

Мобиль отряд 1 апрелдән эшләй, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов етәкләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле отряд республика буйынса йөҙләгән ирекмәнде берләштерҙе. Улар араһында – район ҡоролтайҙары вәкилдәре, һуғыш хәрәкәттәре ветерандары.
Мобиль отряд 1 апрелдән эшләй, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов етәкләй. Эш ирекмәндәр ойошмаһы менән бергә башҡарыла.
«Һәр районда һәм ҡалала ирекмәндәр үҙәктәре эшләй, ҡайһы берҙә эшсе ҡулдар, автомобилдәр етмәй. Беҙ барыһы менән дә бәйләнештә. Ярҙамға мохтаждар көн дә мөрәжәғәт итә, тәү сиратта, улар – хаҡлы ялдағылар һәм хәрәкәттәре сикле граждандар, уларҙың адресын, телефондарын урындағы әүҙемселәргә тапшырабыҙ», — тип һөйләй Тимерйән Рәжәпов.
Өфөлә «Беҙҙең хәстәр» ирекмәндәр үҙәге «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе янында эшләй. Ғаризалар тәүлек әйләнәһенә 8 800-20-18-903 телефоны аша ҡабул ителә. Тәү сиратта, оло йәштәгеләр һәм инвалидтарға көнкүрештә ярҙам, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек алып килеү кеүек эштәр башҡарыла.
Шайморатов исемендәге мобидь отряд ирекмәндәре үҙәктән ғаризалар ҡабул итеп, урындағы ирекмәндәргә еткерә. Барыһы ла хәүефһеҙлек саралары тураһында хәбәрҙар, таныҡлыҡтар, битлек-бирсәткәләр менән тәьмин ителгән. Мобиль отряд баш ҡалала ғына эшләмәй, көн дә республика буйынса ҡырҡҡа яҡын урынға бара.
«Беҙ көн дә юлда, һәр үтенескә ҡолаҡ һалабыҙ. Кисә, мәҫәлән, Ауырғазы, Ғафури, Нуриман райондарына сыҡтыҡ, бөгөн Ҡырмыҫҡалыға юлланабыҙ. Әйткәндәй, Нуриман районы ирекмәндәре «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан ауылдарҙа әүҙем эшләй. Урындарҙа район ҡоролтайҙары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары – беҙҙең төп таяныс», — ти проекттың координаторы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, хаҡыбыҙҙың көсө – берҙәмлектә:
«Пандемия осоронда күреүебеҙсә, беҙҙең халыҡҡа хас ойошҡанлыҡ, бер-береңә ярҙамға килеү, эскерһеҙлек – ул беҙҙең көсөбөҙ. Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм. Шуныһы бик ҡыуаныслы: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына шылтыраталар, ярҙамдарын тәҡдим итәләр. Ярҙам, ысынлап та, кәрәк, беҙҙең хәстәргә мохтаждар күп», — тине Эльвира Айытҡолова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мобиль отряд ирекмәндәрҙе хәрәкәткә ҡушылырға саҡыра.
Ирекмәндәр сафына баҫырға теләгәндәр [email protected] адресына йә (347) 250 49 31 телефоны аша ғариза ебәрә ала, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәренә лә яҙырға мөмкин.
Читайте нас в