+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Апрель 2020, 19:24

Ҡанат ҡаға-ҡаға юлға сыға “Аманат”

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың апрель һанын беҙ район, ҡалаларға оҙаттыҡ. Тиҙҙән журнал һеҙгә барып етәсәк!Был һанда беҙ ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.

“Еңеү еңел бирелмәне” конкурсына, “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә һеҙҙән Бөйөк Еңеүгә арналған күптин-күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда Миңнира Бикәнәсованың “Вирус” тигән әкиәте донъя күрҙе. Әгәр ҙә ҡусты, һеңлеләрегеҙ “Коронавирус нимә була ул?” тип һораһа, ошо әкиәтте уҡып, ишеттерерһегеҙ.
Ал ойоҡ, зәңгәр сандали кейеп, йәшел сиҙәм өҫтөнән сабыусы малай тураһында һеҙ “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында уҡырһығыҙ. Хәҙер ул малай – оло ағай, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры. Һүҙ, әлбиттә, Илдар Ғүмәров тураһында бара. Актерҙың бала саҡ хәтирәләре һеҙгә бик оҡшар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Нимә ул уран? Химик радиоактив элемент икәнлеген беләбеҙ ҙә ул, башҡорттарҙа уран тигән ырыу барлығын белеүселәр күпме икән? Уран ырыуы – Башҡортостандың төньяҡ­көнбайыш төбәген төйәк иткәнбашҡорт ырыуҙарының береһе. Уран башҡорттары, көньяҡтан Мейәс йылғаһы буйына күсенеп, һуңынан Кама һәм Беүә йылғалары араһында таралып, Гәрәй, Ғәйнә, Ирәкте, Ҡатай, Ыуаныш исемле башҡорт ырыуҙары менән күрше йәшәй. Башҡорт тарихын төплө өйрәнеүселәргә Азат Юландың был мәҡәләһе бик файҙалы сығанаҡ буласаҡ.
Хәйбулла районында 1963 йылдың көҙөндә күктән көслө шартлау яңғыратып, Күктән бер нәмә килеп төшә. Уны “Бикйәндең йыһан ҡунағы” тип атайҙар. Был ысын булған хәлде Йылайыр районы Аралбай ауылынан Фәрит Әхмәров тигән ағай ҡағыҙға төшөрөп, беҙгә ебәргән. “Көтөлмәгән “ҡунаҡ” йәки Бикйәндең “йыһан ҡунағын” ҡаршы алғаны” тигән очерк һеҙгә оҡшар!
Апрель урталарында беҙ сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә вайндар конкурсын иғлан иткәйнек. Нимә ул вайн? Уны төшөрөүсе кем була? Ҡалайтып уны төшөрөргә? Был һорауҙарға яуаптарҙы Миләш Үтәғолованың “Вайн һайын – ҡыҙыҡ=мыҙыҡ!” мәҡәләһенән табырһығыҙ. Дуҫтар, ниңәлер конкурс бик һүлпән бара, видеоларығыҙҙы беҙгә ебәрә һалығыҙ!
Быйыл сығарылыш синыф уҡыусыларына ла “дистанционка”ның ауыр осо бик ныҡ эләкте – уҡытыусы менән парта артына ултырып, БДИ, ТДИ-ға әҙерләнеү, консультацияларға йөрөү тыйылған эшкә әйләнде лә ҡуйҙы. Өйҙә ултырып ҡына имтиханға әҙерләнеп буламы икән? Был һорауға “БДИ” рубрикаһында үҙҙәре ошо юлды үткән студент ағай-апайҙар яуап бирә.
Постерҙа сыҡҡан йырсы, бейеүсе егетте белмәгән кеше юҡтыр ул. Сәй яратҡан Бөрйән егете Алтынай Вәлитов бит ул! Әңгәмәлә ул журнал уҡыусыларына нисек итеп бармаҡһыҙ ҡалыуы, ниндәй сәй яратыуы, һөйгәне Алһыу тураһында бәйән итә.
“Донъяла тажвирус ҡотора! Унан нисек ҡотолорға?” – был һорау бик күптәрҙе борсоуға һалды. Беҙ һеҙгә нисек итеп унан һаҡланырға була, ни эшләргә ярай, ә ниндәй аҙымға бармауығыҙ хәйерлерәк булыр – шуның хаҡта бәйән итәбеҙ. Белеп ҡуйығыҙ, вирус – ул тере организм түгел, уны үлтереп булмай.
Һеҙҙең ҡулығыҙҙа яурындан терһәккә тиклем урында йөй бармы? Тыуғас та яһала торған БЦЖ тигән вакцинанан ҡалған эҙ икән ул! Илшат Зарипов был вакцинаның нисек коронавирустан һаҡлай алыу мөмкинлеге тураһында бик файҙалы мәҡәлә яҙған.
Шулай уҡ беҙ “Оҫтахана” битендә анатомик битлектең тегеү схемаһын тәҡдим иттек. Ололар һәм балалар өсөн битлектең өлгөһөн дә журнал битендә бирҙек. Ҡайҙан табайым да, ҡалайтып тегәйем, тип аптырайһы түгел – журналдан ҡырҡып алып, тауарға һалып, уратып һыҙырға ла, киҫеп алып, тегергә генә ҡала.
Үҙҡурсаланыш ваҡытында бер ҡайҙа ла сығырға ҡушмайҙар. Ҡулда –телефон, алдыбыҙҙа – ноутбук, бикләнеп тик ултырабыҙ. Бәй, кино-фәлән ҡарап ваҡыт үткәргәнсе, Интернетта аҡса эшләргә өйрәнә торайыҡ әле! Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ һеҙҙе был юлы ниндәй сайттарҙа текст йыйып, иғландар, фото, видео ҡуйып аҡса эшләп була – шул юҫыҡта “уҡыта”.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына республикабыҙҙа билдәле кешеләр ҙә булған ҡыҙыҡтарын яҙып ебәрә. Һеҙ был һанда Риф Ғәбитовтың инәһенән әрләнгәне тураһында уҡырһығыҙ. Йылайыр һылыуы Зарема Таһированың балалар баҡсаһындағы тормошо менән тап ошо рубрикала танышырһығыҙ.
Яратып уҡыған, гелән күҙәтеп барған рубрикала – “Мәңгелек сер”ҙә ике ҡыҙҙың хаты баҫылып сыҡты. Нурия “Мин оҙонмон, ә оҡшатып йөрөгән егетем буйға бәләкәй” – тип бошонһа, Гөлгөл нисек итеп мәмерйәлә мөхәббәтен осратыуы тураһында яҙып ебәргән.
Журналға күҙәтеүҙең иң аҙағына иң ҡыҙыу конкурстарыбыҙҙың береһе – “Ай, һылыу!”ҙы ҡалдырҙыҡ. Кем еңеүсе булған икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай дүрт ағай, ҡусты араһында бер мәрйен кеүек кенә үҫкән Йылайыр ҡыҙы ул!
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.
Әлеге ваҡытта “Аманат” журналына 2020 йылдың 2-се яртыһына льготалы яҙылыу осоро бара. Өйҙән сыҡмай ғына сайт аша ла яҙыла алаһығыҙ (бының турала ошо һылтанма аша ҡарағыҙ: https://amanat.rbsmi.ru/articles/m-l-m-t/Amanat-a-12-tashlama-men-n-nisek-ya-ilir-a-230542/).
30 апрелгә тиклем “Аманат”ҡа яҙылыу хаҡы – 309 һум да 60 тин. 1 майҙан 350 һум да 28 тин буласаҡ.
“Аманат”тан айырылмағыҙ! Бер ниндәй Интернет та, телевизор ҙа журналды алмаштыра алмай!
Читайте нас: