Әбйәлил районының Дәүләт мәктәбе уҡыусыһы, шул уҡ райондың Ҡушый ауылынан Юламан Көмөшбаевҡа ла барып етте. Журналға тоғролоҡ һаҡлаған Юламанға ла, шулай уҡ уның синыф етәксеһе, 2020 йылдың тәүге яртыһына үҙе етәкләгән бөтөн синыфын "Аманат"ҡа яҙҙырған Клара Ишмөхәмәт ҡыҙы Сабитоваға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дәүләт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Клара Ишмөхәмәт ҡыҙы ла, Юламан үҙе лә, уның синыфташтары ла 2020 йылдың икенсе яртыһына ла бөтөн синыфтары менән "Аманат"ҡа яҙылырға вәғәҙә итә. Республиканың бөтөн мәктәрен дә, бөтөн синыфтарын да, бөтөн башҡорт балаларын да уларҙың өлгө алырға саҡырабыҙ. "Аманат"та бер юлы 10 төрлө уйын-конкурс бара. "Аманат"ҡа яҙылығыҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, бүләкле булығыҙ! Айырыуса журналға яҙылыусылар араһында үткәрелгән, ҡыйбатлы бүләктәр уйнатылған "Яҙыл да бүләк от!" уйыны һеҙҙе көтә. Ғөмүмән, "Аманат" - үҙе генә лә ҙур бүләк!