+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Май 2020, 00:38

Өфөлә йәштәр йыйылған урындарҙы контролгә алыу бурысы йөкмәтелде

Һуңғы 4 көндә Салауат Юлаев майҙанында һәм уның эргәһендәге биләмәлә генә 117, шулай уҡ «Юғары әҙерлек» режимы талаптарын үтәмәгән өсөн 60 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән.

Бөгөн Өфө мэры Өлфәт Мостафин кискеһен йәштәр йыйылған «Торатау» конгресс-холы янындағы парковканы даими контролгә алырға ҡушты. Был дистанцияны һаҡлауҙы һәм барлыҡ иҫкәртеү сараларын боҙоуға килтерә, тип билдәләне башлыҡ сираттағы оператив кәңәшмәлә.
Өфөнөң Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге директоры Александр Овчинников хәбәр итеүенсә, полиция һәм Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре көн һайын киске сәғәт 10-дан төнгө 2-гә тиклем йәштәр йыйылған урындарҙы йөрөп сыға. Әйтәйек, һуңғы 4 көндә Салауат Юлаев майҙанында һәм уның эргәһендәге биләмәлә генә 117, шулай уҡ «Юғары әҙерлек» режимы талаптарын үтәмәгән өсөн 60 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Бынан тыш, студент ҡаласыҡтары биләмәһендә рейд саралары уҙғарыла.
Читайте нас: