+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Май 2020, 16:27

Бөгөн Дамир Шәрәфетдиновҡа 55 йәш тулған булыр ине...

Яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, оҙаҡ йылдар "Аманат" журналында яуаплы сәркәтип вазифаһында хеҙмәт итеүсе Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдиновҡа бөгөн 55 йәш тулған булыр ине.

Арабыҙҙан бик иртә китеп барған талантлы һәм яҡты күңелле ҡәләмдәшебеҙҙе бергәләп иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!

Гел шаярҙы тормош минең менән,
Мин шаярҙым, уға этләшеп:
Ҡайғыларҙа, ауыр эштәремдә
Уйын-көлкө булды иптәшем.

Көлөп килде миңә һөйөү яҙым,
Ҡулын һуҙҙы, ихлас йылмайып.
Уйнап-көлөп гиҙҙем нурға сумған
Гөл-сәскәле йәшлек туғайын...

Юҡҡа сыҡты яҡты хыялдарым.
Көскә тыйып йөрәк әрнеүен,
Шаян йырҙар эҙләп йыуандым мин,
Уйын ине әйткән һәр һүҙем.

Хәҙер инде, байҡап оҙон юлдар,
Үтеп төрлө тормош елдәрен,
Утлы һағыш түгеп ҡаршылайым
Йәшлегемдең һуңғы көндәрен.

Тик һаман да шундай осраҡтарҙа
Һорап тормай холоҡ-фиғелен,
Тормошомдоң уҫал уйынына
Шаян яуап эҙләй күңелем.

Дамир Шәрәфетдинов.
Читайте нас: