+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Май 2020, 15:58

Республикала коронавирус менән йышыраҡ 26-50 йәшлектәр сирләй

Ошо йәш категорияһына ҡараған сирле пациенттарҙың дөйөм һаны — 39,9%, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы брифингта.

Башҡортостанда коронавирус менән йышыраҡ 26-50 йәшлектәр ауырый. Ошо йәш категорияһына ҡараған сирле пациенттарҙың дөйөм һаны — 39,9%, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы брифингта.
COVID-19 йоҡторғандарҙың 24,3% — 51- 60 йәшлектәр.
Сирлеләр һаны буйынса өсөнсө урында – 61-80 йәштәге өлкәндәр. 80 йәштән олораҡтарҙың 3% ашыуы ғына ауырый.
Коронавирус йоҡторған йәштәр араһында 18-25 йәшлектәр — 6,8%, 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр — 4,6%.
Читайте нас: