+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Май 2020, 19:44

Вау!!! “Аманат”тың һабанай һаны!

Журналыбыҙҙың яңы һаны бик тиҙҙән почта йәшниктәренә барып төшөр. Ул күптән әҙер инде! Инстаграмдағы сәхифәбеҙҙә лә ҡыҫҡаса ғына видеокүҙәтеү һалдыҡ, асып ҡарағыҙ. Нимәләр бар “Аманат”та, тиһегеҙме?

Һабанай һаны тулыһынса тиерлек 9 май – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар, олатай-өләсәйҙәре тураһындағы хаттар журналыбыҙҙың эстәлеген байытты. Мәҫәлән, “Изге бүре” тигән булған хәлде Ейәнсура районының Буранғол ауылынан һуғыш ветераны, ҡартатаһы Мырҙағәле Рамаҙан улы Хәмитов­тың һуғыш йылдарында, үҫмер генә сағында күргәндәре тураһында һөйләгәндәрен ейәнсәре Альбина Хәлитова ҡағыҙға төшөрөп ебәргән.
Кемдәр улар Герой пионерҙар? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән пионерҙар – үҫмер балалар – һуғышҡа тиклем ҡәҙимге малай һәм ҡыҙҙар кеүек үк, мәктәптә уҡыған, ата-әсәһенә ярҙам иткән, тиҫтерҙәре менән уйнаған, пионер ойошмаһы тормошонда гөрләшкән. Уларҙың исемдәрен тик ата-әсәләре, туғандары, синыфташтары ғына белгән... Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, балалар илбаҫарҙарға ҡаршы һуғышта ҡатнашырға теләк белдерә. Леня Голиков, Зина Портнова, Марат Казей, Валя Котик менән Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ әҙерләгән мәҡәлә аша танышырһығыҙ.
Журналыбыҙ тышын уникаль төҫлө рәсем - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың портреты сыҡты. Ә журнал эсендә Берлинғаса барып еткән берҙән бер милли кавдивизия, унда хеҙмәт иткән төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, легендар ат – Керчь тураһында бик ҡыҙыҡлы мәҡәләләр табырһығыҙ.
Тажвирус тураһында ҡыҙыҡлы хикәйә лә бар беҙҙең журналда! Баныу Ҡаһарманованың “Тынғыһыҙ көн. Тажвирус тыуҙырған үҙизоляция мажараһы” тип аталған хикәйәһе, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Әйткәндәй, “Тынғыһыҙ көн”дөң тәүге ике өлөшөн, журналдағы QR-код аша инеп, уҡый алаһығыҙ.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына йәнә бер ҡыҙыҡлы хат килеп төштө. Урал Мөлөков ағайығыҙ яҙған уны. Кескәй генә малайҙың кисерештәре, атаһын юҡһыныуы тураһындағы “Тун” тигән хәтирә һеҙгә лә бик оҡшар!
Дистанцион уҡыуҙы бөтөнөһө лә өнәп етмәне, шикелле. Еңел эшме ни?! Ата-әсәләргә лә ауырға төштө был онлайн уҡыу тигән ғәләмәттәре. “Уҡытыусы мине уҡытамы, әллә әсәйемдеме?” тигән мәҡәләлә һеҙ уҡыусыға ни өсөн ата-әсәләрҙе уҡыу барышына йәлеп итергә ярамауы тураһында белерһегеҙ.
Ә сығарылыш уҡыусыларына был шарттарҙа нисек БДИ тапшырырға әҙерләнергә? Консультацияларға йөрөп булмағас, үҙеңә генә ышанырға ҡала. Шулай ҙа Миләүшә апайығыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле. “Имтиханға бер аҙна ҡалғас” тигән мәҡәлә ун беренселәр өсөн бик файҙалы булмаҡсы.
МС Башты белмәгән кеше бармы икән? Ә уның һөйөклө кәләше тураһында? “Мәңгелек сер”ҙә беҙ эксклюзив сер – Физәлиә менән Заһиттың мөхәббәт тарихы тураһында бәйән иттек.
Миҙал хаҡы. Ҡиммәтме ул? Әллә уға хаҡ ҡуйып булмаймы? Даими авторыбыҙ Зөһрә Бәшәрованың ике күренешле пьесаһы тап ошо һорауҙарға яуап бирә. Ике дуҫ – Айрат менән Мараттың мажаралары тураһында ла журналыбыҙҙың 20-23 биттәрендә уҡып белерһегеҙ. Бәлки, был пьесаны мәктәп сәхнәһендә сәхнәләштереп тә күрһәтерһегеҙ.
Рәзил Бикбулатов ағайығыҙҙың “Нисек Интернетта аҡса эшләргә?” тигән мәҡәлә-лайфхактар циклын, һеҙ, моғайын, көтөп алаһығыҙҙыр. Был юлы ул фотоға төшөрөүҙең килемле кәсеп икәнлеге тураһында яҙҙы. “Аманат”ҡа фото ебәреүселәр күп бит, уларға был мәҡәлә ифрат ҡыҙыҡлы булыр.
Һеҙҙең ауылда, йәки ҡалала Шайморат исемле малайҙар бармы? Өфөлә бар! Хатта, ул йөҙө менән дә геройыбыҙға оҡшап тора! “Исемең матур! Кем ҡушҡан?” рубрикаһында Шайморат Ҡарасов атлы егет тураһында уҡып, белерһегеҙ.
1960 йылдың урталарында Ленинград ҡалаһының Парголово районында яңы йорттар төҙөр өсөн иҫке ағас өйҙәрҙе һүтә башлайҙар. Шундай өйҙәрҙең бер урамында эшселәр сәйер обелискҡа тап була. Фотоһүрәте лә бар – унан ҙур, аҡыллы күҙле эт ҡарап тора. Аҫтында “Ҡәҙерле дуҫ – Трезорға ул һаҡлап ҡалған хужаларынан (1939–1945 йй.)” тигән яҙыу ла була. Һис шикһеҙ һәйкәл блокада ваҡиғалары менән бәйле икәнлеген аңлап, уға теймәйҙәр, ә паспорт өҫтәле аша өйҙөң элекке хужаларын эҙләргә тотоналар... Ни өсөн эткә һәйкәл ҡуйҙылар икән? Илшат Зарипов ағайығыҙ әҙерләгән мәҡәләне уҡығанда, хатта, күҙҙән йәштәр ағыла.
“Аманат”тың һабанай һанына күҙәтеүҙе беҙ ошо урында туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, бар эстәлеген һөйләп бөтһәк, ниндәй ҡыҙығы ҡалһын, ти?
Дуҫтар, тағы ла иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, әле “Аманат”ҡа 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу һәм “Яҙыл да бүләк от!” уйыны дауам итә!!!
Сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2020 йылдың 2-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, журнал битендәг, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып, йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ! Уларҙы фотоға төшөрөп тә ебәрә алаһығыҙ - тиҙерәк булыр.
Шул купондарҙы беҙ июль баштарында, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр тәтейәсәген билдәләйәсәкбеҙ.
Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин. Индексы – П2706.
Читайте нас: