+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Июнь 2020, 19:44

Республикала генерал Шайморатов тураһында спектаклдең репетицияһы бара

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал» героик драмаһының репетицияһы бара.

Спектакль күренекле шәхес – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышлана.
Спектакль өҫтөндә саҡырылған режиссер – Туймазы театрының баш режиссеры Илнур Муллабаев эшләй. Ҡуйыусы рәссам – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреты Валерий Яшкулов. Балетмейстер – режиссер, хореограф, бейеүсе Ярослав Францев. Композитор – Өфөнән йырҙар авторы Илсаф Вәдүтов.
«Шайморатов бөтәбеҙҙе лә, тәү сиратта, шәхес булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Беҙ уның дивизия командиры икәнен, полкты атакаға ебәреүен беләбеҙ, ә ул ниндәй кеше булған һуң? Был бик ҙур әһәмиәткә эйә. Спектакль аша үҙ версиябыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ», — тип һөйләне актер Вадим Ғилманов «Сибай-ТВ» телекомпанияһы сюжетында.
Премьера 7-8 июлгә билдәләнгән. Ләкин коронавирус пандемияһы арҡаһында залда тамашасылар булмай. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: