+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Июнь 2020, 15:25

"Аманат"тың яңы һанын ҡаршы алығыҙ!

Йылы ғына, мейестән яңы сыҡҡан икмәк кеүек танһыҡ ҡына журналыбыҙ бына-бына өҫтәлгә килеп ятырға әҙер. Был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы нәмәләр бар икән? Сайтта уҡыйбыҙ!

"Аманат" тың һөтай һанында журнал тышлығын иң әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе, төрлө конкурстарыбыҙҙа еңеүсе - Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан оҫта ҡуллы һылыуыбыҙ Зарема Таһирова биҙәй. Ул "Оҫтахана" конкурсында сираттағы һоҡланғыс ҡул эше - үҙе баҫҡан затлы кейеҙ менән ҡатнашты быйыл.

Йәй башында беҙ, ғәҙәттә, лагерҙар, буласаҡ имтихандар тураһында мәғлүмәт менән журнал биттәрен байытабыҙ. Әлбиттә, сайтта ла көнүҙәк яңылыҡтар баҫылып тора, шуға икеһен дә - "Аманат" ты ла, Интернеттағы сығанаҡтарҙы ла күҙәтә барырға тәҡдим итәбеҙ.

Сайтта Ауырғазы районының Усман ауылынан Миңнира Бикәнәсованың "Талпан" тигән фәһемле хикәйәһенең башы донъя күргәйне. Дауамын һеҙ "Ижад ҡомары" рубрикаһында уҡырһығыҙ.

"Билдәле шәхестәрҙең бала сағы" нда был юлы һеҙ Фидан Ғафаровтың нисек итеп бәләкәй сағында ҡараңғы клубта бикләнеп, илап ултырыуы, ағай - апайҙары менән мөнәсәбәте тураһында уҡырһығыҙ.

Ашҡаҙар, Егән, Ҡуғанаҡ, Стәрле, Тәйрүк, Һуҡайлы, Һәләүек, Нөгөш йылғалары ярҙарын ниндәй ырыу төйәк иткән, тиерһегеҙ. Әлбиттә, юрматылар! Был ырыуҙың данлы улдары тураһында тарихсы Азат Юлан бәйән итә. Тарихҡа күҙ һалып, аҫаба башҡорт булыуыбыҙ менән ғорурланып алайыҡ әле!

Йәйге каникул нисә ай дауам итә әле? Өс, тиерһегеҙ. Ә Гөлнара Мостафина исемле яҙыусы, журналист апай беҙҙең менән һис тә килешмәй. "Йәйҙең дүрт айы" тигән мауыҡтырғыс, ифрат ҡыҙыҡлы хикәйәһе, моғайын, бөтәгеҙгә лә оҡшар. Әйткәндәй, уның башы ла беҙҙең сайтта бар - журнал килеп еткәнсе, уны уҡый тороғоҙ.

"Еңеү еңел бирелмәне" конкурсына бик күп хаттар килә. Был һанда өләсәйҙәр тураһында хаттар донъя күрҙе. Әбйәлил районының Хәмит мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Абдуллина менән Йылайыр ҡыҙы Зарема Таһированың хаттары улар. Дуҫтар, һеҙ ҙә, әгәр олатай - өләсәйҙәрегеҙ тураһында быға тиклем яҙып ебәрмәһәгеҙ, конкурста ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ!

Походҡа, алыҫ юлға сыҡҡанда үҙең менән ниҙәр алырға? Моғайын, күптәрегеҙ алдан кәрәкле әйберҙәрҙең исемлеген төҙөп, сумка йыялыр. Ә беҙ һеҙҙең эште еңеләйтәбеҙ - "Поход лайфхактары" тигән рубрикала әҙер исемлек тәҡдим иттек! Ал да ҡуллан ғына!

Коронавирус инфекцияһы бихисап кешенең пландарын үҙгәртте, ҡайһы берәүҙәр, хатта, эшһеҙ ҡалды. Тик был ҡурҡыныс Сәйет Сәйетғәлинға ҡағылмай! Йырсы егет ирекмәндәр рәтенә баҫып, райондаштарына ярҙам итә. Уның менән әңгәмәне журналыбыҙҙың 17-се битендә уҡырһығыҙ.

Ә "Аманат"тың уртаһында, постерҙа был юлы ғорур мал ҡото - Йылҡысыҡҡан күле эргәһендәге Аҡбуҙат скульптураһының фотоһы һәм календарь баҫылып сыҡты. Уны ю, ипләп кенә алып, стенаға ҡаҙап ҡуйырға онотмағыҙ!

Кемдең Барби ҡурсағы бар? Ә һеҙ беләһегеҙме, был ҡурсаҡҡа 60 йәш тә тулып үткән икән! Уның ҡыҫҡаса тарихы, ғаиләһе тураһында ла журнал биттәренән уҡып, белерһегеҙ.

"Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк", - ти халыҡ. Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ ҙа был мәҡәл менән килешә. Быйыл йәй ниндәй кейем, ниндәй төҫтәр трендта - былар тураһында апайҙың "Айһылыу" рубрикаһындағы мәҡәләһенән уҡып, белерһегеҙ.

"Ай, һылыу!" конкурсында беренселекте кемгә биреүебеҙ тураһында әйтергә онотоп торабыҙ бит! Ул - Баймаҡ районынан, исеме "Гөл"гә башлана… Бик тиҙҙән уның тулы исемен журналыбыҙҙа күрерһегеҙ!

МС Баш менән Физәлиә Вәлиеваның мөхәббәт тарихын бик күптәр ҡыҙыҡһынып, уҡығандыр. Һәр хәлдә, сайтта уны өс йөҙҙән ашыу кеше уҡыған! Был һанда уның дауамы баҫылып сыҡты. Оҡшар, тип ышанабыҙ.

Атайҙар дистанцион уҡыуға нисек ҡараны икән? Был уҡыу методының ыңғай һәм кире яҡтары тураһында Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ бәйән итә.

Әсәйем торонбаш менән ауыҙымды өттө… Йән өшөткөс һүҙҙәр, эйеме? Ысынлап та шулай булған шул! Фәрит Әхмәровтың әсәһе, улының тәмәке тартып ҡарағаны өсөн шундай яза биргән. "Мажаралы бала саҡ" конкурсына ебәрелгән был хат бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Нисек Интернетта аҡса эшләргә? Рәзил ағайыбыҙ был һанда ла мәҡәлә яҙыуға оҫта үҫмерҙәр өсөн шәп кәңәштәр бирә. Уларҙы күҙ уңында тотһағыҙ, аҙмы-күпме аҡса эшләй алырһығыҙ.

TikTok һәм LIKEE ҡушымталары телефонығыҙз бармы? Ә һеҙ уларҙың ниндәй насар яҡтары бар икәнлеге тураһында уйланғанығыҙ бармы? Улайһа, "Аманат" ты уҡып, мәғлүмәт һандығын байытып алырға тырыш!

26 июндә Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө булғайны. Журналыбыҙҙың был һанында "аҡ үлем" тураһында киң таралған мифтар тураһында яҙып сыҡтыҡ.

Әлбиттә, бер ултырғанда ғына "Аманат"тың һәр бите хаҡында һөйләп бөтөп булмай. Шуға күрә, журналыбыҙҙы алдырып, уҡырға тырышығыҙ.

"Аманат"ҡа яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел, әгәр июлдең 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, ул һеҙгә августан килә башлар.

Аманат"ҡа икенсе ярты йыллыҡҡа ҡалған биш айға яҙылыу хаҡы – 291 һум 90 тин. Индексы – П2706.
Читайте нас: