Файҙалы үләндәрҙе киптереп, ҡышҡылыҡҡа хуш еҫле сәй яһап, туғандарҙы һөйөндөрәйек. Бының өсөн мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге, ҡайын, ер еләге япраҡтары, боланут үләнен йыйып, ышыҡта, ҡояш төшмәгән урында киптерергә кәрәк. Сәй итеп бешергәндә үлән ҡатнашмаһына киптерелгән еләктәрҙе лә ҡушып ебәрһәң, ҡышын, организм витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә, самауыр төбөндә генә ултырып, йәйгә әйләнеп ҡайтҡандай булырһың.
Мәтрүшкәне элек-электән дарыу ҙа, сәй итеп тә ҡулланғандар. Аскорбин кислотаһына бай булғанлыҡтан нервы ауырыуҙарын дауалай. Ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә, баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла эсәләр. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Йүкә сәскәһе төнәтмәһе һалҡын тейгәндә, тын юлдары шешкәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина, ревматизм, төрлө шештәр яфалағанда ла файҙаланырға мөмкин.
Ҡарағаттың йәш япраҡтары, еләге тире ауырыуҙарынан, һалҡын тейгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, ревматизмдан, быуындар ауыртыуынан шифалы. Ҡара ҡарағат емештәре һуты һәм шәкәр ҡушып яһалған сиробы ярҙамында тамаҡҡа һалҡын тейеүҙе, үпкәләге ғыжылдау тауышын бөтөрөргә, быума йүтәлгә ҡаршы көрәшергә була. Йөрәк системаһын нығыта. Яман шешкә, шәкәр диабетына ҡаршы профилактик сара. Ҡарағат еләгендәге С витамины әфлисун, лимондыҡына ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк.
Сейә емеше, япрағы төрлө шифалы матдәләргә – витаминдарға, ферменттарға, минераль тоҙҙарға бай. Сейәнең емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы. Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла. (Онотма: сейә емешенең һөйәгендә амигдалин исемле көслө ағыу бар).
Ҡурай еләге, япрағы В, К төркөмдәре һәм А, С, Е витаминдарына бай. Япрағы ла, еләге лә берҙәй файҙалы. Бронхиттан, бөйөр ауыртҡанда организмға вирус, бактериялар менән көрәшергә ярҙам итә. Еләге ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә булышлыҡ итә. Ә эс ҡатҡанда, бөйөр һәм үт ҡыуығы ауырығанда, быуындарға тоҙ ултырғанда, аллергия булғанда ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй, тип киҫәтә табиптар. Еләктең һәм япраҡтың составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштыра, ул ауырыуҙы “таш ултырыу” тиҙәр. Ҡурай еләге составында салицилат (тәбиғи аспирин) бар.
Ҡайын еләге, япрағы ҡан баҫымын, шәкәр күләмен төшөрә, бауыр ауыртыуын баҫа, ә эҫе һуҡҡанда ҡайын еләгенең емешен дә, япраҡ сәйен дә файҙаланалар. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланғандарға айырыуса ҡайын еләге ашарға кәрәк. Йодҡа, марганецҡа, цинкҡа бай. Составындағы салицил кислотаһы быуындар һыҙлауынан ярҙам итә. Шулай уҡ С витамины (айырыуса япрағында), фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.
Ер еләге организмды нығыта. Аскорбин кислотаһына бай еләк авитаминоздан дауалай, ашҡаҙан-эсәк системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Шулай ҙа аллергия менән яфаланыусыларға еләкте сама белеп ашарға кәрәк.
Боланутты (иван-чай) “урыҫ сәйе” тип тә йөрөтәләр. Уның һаулыҡҡа файҙаһы күп: ҡан тамырҙары нығыныуына, ҡан яңырыуына, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығарыуға булышлыҡ итә, көс бирә. Яраларҙың бөтәшеүенә ярҙам итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.
Йөрәге һау кешегә был төнәтмәне мунса инеп сыҡҡандан һуң эсергә мөмкин. Үлән дә дарыу, күпләп ҡулланһаң – ағыу. Шуға ла төнәтмәләр менән бик мауығырға ярамай.
Дарыу үләндәрен йыйғанда өҙөп түгел, ә ҡырҡып ал. Икенсе йыл килеүеңә ул шул урында һине сәләмләп ултырасаҡ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.