+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Июль 2020, 15:13

Бөгөнгө көн - тарихта

Бөгөнгө 22 июль көнө- тарихҡа бай икән... (дауамы- сайтта)

Хәйерле көн!
Бөгөн 22 июль (майай), шаршамбы, кәбисә йылының 204-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 162 көн ҡала. Зөлхизә айының 1-се көнө. Зөлхизә ( ذو الحجة ) - хаж ҡылыу айы. Зөлхизә, йәки Зү әл-хижә (ғәр. ذو الحجة) — Мосолман календарында 12-се ай. Был дүрт харам айҙың береһе (рәжәб, зәлхизә, зөлҡәғиҙә, мөхәррәм). Бигерәк тә тәүге ун көнө юғары баһалана (был көндәрҙә ураҙа тотоу сөннәт). Айҙың 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Ҡояш 5 сәғәт 08 минутта ҡалҡты, 21 сәғәт 35 минутта байый. Көн оҙонлоғо - 16 сәғәт 27 минут.

Был көн тарихта.
Ленин менән Крупскаяның туйы булған көн (1898)
Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең “таяҡ”ҡа (трудоденгә) эшләй башлаған көн. (1930)
????Планетабыҙҙың тәүге тере йәндәре - Дезик һәм Цыган исемле эттәрҙе космосҡа осорған көн. Капустин Яр полигонынан осҡан эттәр имен-һау Ергә әйләнеп ҡайталар (1951). Ошо көндән 1962 йылға тиклем космосҡа 29 эт осҡан????????????.
????СССР-ға Куба шәкәре экспортлана башлай (1960) ????
????Өфөнөң Һупайлы биҫтәһе төҙөлә башлаған көн (1978) ????????‍♂️

????Тыуған көндәр. Театр режиссёры Шәүрә Мортазина (1925), йырсылар Олег Газманов (1951), Мирей Матье (1946), астролог Джуна (1949), актриса Ирина Розанова (1961).

Байрамдар.
????Бөтөн донъя мейе көнө????
????Табыш көнө ????????
????Эшһөйәрҙәр көнө????????‍♂️
????Нева алышы көнө.????
????Мәскәү ҡалаһының күген һаҡлаусылар көнө????️.
????Халыҡ-ара бокс көнө ????
????Тулы кәүҙәлеләр көнө (День толстяка и толстушки) ????????
????Яҡынса Пи һанының көнө✅
????Гамак көнө⛱️
????Ҡомаҡ тотоусылар көнө ????????
????Ирис кәнфите көнө.????

“Бокс башланһа, саҡырырһығыҙ!”, -тигән булып, “Яҡынса пи һаны күпме була торғайны әле ул?”- тип мейене яй әйләнештә эшләтеп, ирис кәнфитен һура-һура (тулы кәүҙәле булыуҙан ҡурҡмай), эшһөйәрҙәр эшләп ҡуйған гамакты табып алып, бынауындай матур көндә, бәүелеп кенә ята торған көн икән бөгөн!???? Байрамдар менән, дуҫтар! Көнөгөҙ матур үтһен!????????????????????????
Читайте нас: