0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Июль 2020, 18:10

Башҡортостанда пневмония менән сирләүҙең артыу сәбәптәре аталды

Июлдә Башҡортостанда йәшәүселәр араһында дауахананан тыш пневмония менән сирләүҙең артыуы күҙәтелә.

Республика Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һүҙҙәренсә, үҫеш булды, ләкин киҫкен түгел.

«Көнкүрешебеҙгә яңы вирустың үтеп инеүенә бәйле, диагностикалауҙа ла ҡараш үҙгәрҙе. Беҙҙә бер ҡасан да томографтарҙа шундай ҙур тикшереү уҙғарылманы. Коронавирусты асыҡлау өсөн тикшереү бара. Шуға күрә башҡа сирҙәр ҙә асыҡлана», — тип хәбәр итте Пермина «Рәсәй» медиа үҙәгендәге матбуғат конференцияһында.

Роспотребнадзор вәкиле һүҙҙәренсә, лабораторияларҙа пневмониялар, микс инфекциялар һәм башҡа ҡуҙғытыусылар раҫлана.

«Әгәр элек беҙ һайлап ҡына эшләһәк, хәҙер иһә пневмонияның бөтә төрҙәре тикшерелә. Шуға ла ул күберәк асыҡлана», — тине Галина Пермина.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә 91 пациентта дауахананан тыш пневмония асыҡланған, 110 кеше һауығып сыҡҡан.

Читайте нас: