-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Июль 2020, 11:50

1 сентябрҙән уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә ала башлай

Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.

Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн 5 мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта дүшәмбе Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итте.

«1 сентябрҙән Рәсәй Федерацияһы президенты ҡушыуы буйынса класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә түләүҙәр була», — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Мәғариф министрлығы башлығы шулай уҡ төбәк һәм муниципаль түләүҙәрҙең бөтөрөлмәүен билдәләне.

Бынан алда Кравцов яңы уҡыу йылын традицион форматта башларға планлаштырыуҙары, ә дистанцион уҡытыуҙың өҫтәмә булараҡ ҡулланыласағы хаҡында белдерҙе.

Читайте нас в