1 сентябрҙəн мəктəптəрҙə дистанцион уҡыу форматы булмай тине Сергей Кравцов. Роспотребнадзор талаптарын үтәп яңы уҡыу йылы ғәҙәттәгесә башланасаҡ. Əммə ҡайһы берҙə был алым ҡулланыласаҡ. Министр шулай уҡ киләһе йыл балаларҙың белем кимəлен тикшереп ҡарайбыҙ тип әйтте. Билдәләр ҡуйылмаясаҡ. Белемде камиллаштырыу маҡсатында методик ярҙам күрһәтеләсәк.