"Быйыл Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө донъяның күп өлөшөндә киң күләмле һуғыш барған, көс ҡулланыу һәм кешеләр араһында ышанмаусанлыҡ арта барған ваҡытына тура килде. Элек татыулыҡта йәшәгән кешеләр үҙ күршеләре менән конфликт шарттарында булып сыға; башҡа юлы булмағанлыҡтан, улар бергә йәшәй, әммә бер-береһенән алыҫайғандан-алыҫая бар. Дошманлыҡҡтың һәм ҡораллы көс ҡулланыуҙың ниндәй генә сәбәп булмаһын, ниндәй генә ҡөҙрәтле көстәр тормаһын, кешеләрҙең рух көсө күпкә ҡеүәтлерәк булып сығыусан. Шунда ул Беҙгҙең изге бурысыбыҙ - уның тантана итеүен тәьмин итеү. Ошо ауыр һәм алдан белеп булмаҫ ваҡыттарҙа бер-береңә ҡул һуҙыу мөһим - конфликт килеп сығыуға юл ҡуймаҫҡа һәм тыныслыҡҡа оҙайлы, ныҡлы нигеҙ һалырға кәрәк. Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө уңайынан раса, дин, енес, сексуаль ориентация йәки сиктәрҙән тыш беҙҙе ниҙәр бәйләгәнен иҫкә төшөрәйек. Әйҙәгеҙ теләктәшлекте үҫтерәйек, беҙ бит - беҙҙең берҙән-бер планетабыҙҙа берҙәм кешелек ғаиләһе. Әйҙәгеҙ ысын һәм ныҡлы дуҫлыҡҡа ынтылайыҡ".