Журналыбыҙҙың тышын үҙенең ихлас йылмайыуы менән йәмләп торған егет – Азамат Мөхәмәтшин булыр. Ул быйыл йәйен Белорет районының Өмөтбай ауылында йәшәгән өләсәһе янында үткәргән.
Әлбиттә, “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙың фотолары “Аманат”тың тәүге битен биҙәне.
Телефонығыҙға шылтыратһалар һеҙ нисек яуап бирәһегеҙ? “Алло”, “Алле”, йәки “Тыңлайым” типме? Ярай, нисек булһа ла шәп, тик бер ҡасан да ят номер шылтыратҡанда “эйе” тип әйтмәгеҙ! Ни өсөнмө? Тап шуның хаҡта һеҙгә Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙ аңлата ла инде.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы Нурия Ирсаеваның бала саҡ хәтирәләре менән танышырбыҙ. Шундай билдәле актрисаның ҡасандыр кескәй генә ҡыҙ булып, Дим буйында ҡаҙ бәпкәләрен көтөп, әсәһенә ярҙам итеп йөрөгәнен күҙ алдына килтереү ҡыҙыҡ ул. Уның хәтирәләрен М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Динара Ҡәйүмова яҙып ебәрҙе.
Татарстандың Минзәлә, Аҡтаныш районында элек-электән башҡорттар йәшәгән. Быны тарихи документтар иҫбат итә. Ыҡ, Минзәлә, Ялан Зәй, Дим йылғалары буйҙарын төйәк иткән Байлар ырыуы вәкилдәре улар. “Башҡорт тарихы” рубрикаһында Азат Юлан ағайығыҙ ана шул ырыу хаҡында яҙған. Мотлаҡ уҡығыҙ, йәме?!
Теге Шамил исемле малайҙың хәлдәре нисек икән? Баҡсала йәшәүе уға ауыр түгелме? Эйе, эйе, “Йәйҙең дүрт айы” хикәйәһе тураһында бара һүҙебеҙ. Гөлнара Мостафинаның әҫәре һеҙгә бик оҡшағандыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Был һанда уның аҙағын уҡырға мөмкин буласаҡ. Финалы ла шәп кенә ул!
Аллаһҡа шөкөр ҡылыу – нисек ул? Ниңә ауыр саҡта ла Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтергә кәрәк? Был һорауҙарға һеҙ “Һабаҡ” рубрикаһында яуап табырһығыҙ. Айгөл исемле ҡыҙҙың миҫалында тағы бер мөһим тормош шартын өйрәнерһегеҙ.
“Аманат” журналына көн дә уҡыусыларҙан төрлө хаттар, конкурсҡа тип ебәрелгән эштәр яуып ҡына тора. Бер заман Саръян Билалов атлы егеттән “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһенә тип нарыҡланған хат алдыҡ. Аҫтында адресы яҙылған – Бөрйән районы Килдеғол ауылы. Аптырап ҡалдыҡ, сөнки быға тиклем Саръяндан “Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына рәсемдәр килә торғайны. Ул – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылынан… Бәлки, беҙ үҙебеҙ яңылыш яҙғанбыҙҙыр тип, журналға икеһен дә Хәйбулланан тип бирҙек. Кем уйлаған инде икеһе ике районда йәшәгән, әммә бер иш исемле, бер иш фамилиялы уҡыусыларыбыҙ барлығы тураһында. Феноменаль күренеш бит! Исемдәре нисек әле ул – Саръян! Кем ҡушты икән уларға был күркәм исемде? Был хаҡта һеҙ “Исемең матур! Кем ҡушҡан?” рубрикаһында уҡырһығыҙ.
Журналыбыҙҙың постерында был айҙа бер нисә ай эсендә ҡыҙыҡлы вайндары менән Инстаграмды яулаған башҡорт егете Фәнил Ҡарасуриндың фотоһы донъя күрҙе. Зарина Бағышаева уның менән әңгәмә лә ҡорҙо. Ғабдулла ҡарт, Мәфтүхә, күрше әбей Майсәрә тураһында интервьюны журналдың 16-17-се биттәрендә уҡырһығыҙ.
“Урағай һылыуы” титулын был юлы кем яуланы икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Яуапты оҙаҡ көттөрөп тормайбыҙ: Өфө ҡыҙы Лианаға бәхет йылмайҙы. Һылыуҡайҙар тураһында беҙҙең сайтта мәғлүмәт сыҡты-сығыуын, журналда ла улар менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Иҫләйһегеҙме, июль һанында Ай ҡыҙы тигән псевдоним менән бер ҡыҙҙың “Үҙ-үҙемдән ҡурҡам” тигән хатын баҫтырып сығарғайныҡ? Был һанда ҡыҙға психолог Әлмира Исхаҡованың кәңәше баҫылып сыҡты. “Был донъяла бөтә нәмә лә үтә” ти Әлмира апай. Бәлки, уның һүҙҙәре бүтәндәргә лә файҙаға булыр.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына килгән эштәр әллә ни күп түгел: әллә бесән осоро тип, әллә каникулда яҙышҡы килмәй бит әле тип, ҡыҙыҡлы хәтирәләрен ебәреүҙән туҡтай биреберәк ҡуйҙы уҡыусыларыбыҙ. Шулай ҙа мут малайҙарҙың ҡыҙыҡтары хаҡында был һанда уҡырға була: Хәйбулла районынан Таһир Ҡоҙабаев менән Әлшәй районынан Рәзиф Басиров нисек итеп тарзанка эшләүҙәре, ҡорттан сағылыуҙары хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп яҙып ебәргән. Әгәр ҙә быйыл йәй һеҙҙең менән дә ҡыҙыҡ хәлдәр булһа,яҙып ебәрегеҙ, йәме?!
Һин телефон “ҡоломо”? Белмәйһеңме? Улайһа журналдағы тесты тиҙ генә үтә һал! Уны һеҙгә Зөбәржәт Яҡупова әҙерләгән.
Шулай уҡ журналыбыҙҙа скандинавтарса йөрөү, гамбургер тураһында бик ҡыҙыҡлы мәҡәләләр донъя күрҙе. Тиҙерәк журнал килеп етһен дә, асып уҡырға ғына ҡала!