+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Сентябрь 2020, 22:13

Өфөлә ике ҡатлы автобус йөрөйәсәк

Бындай автобус баш ҡалабыҙға күптән кәрәк ине. Бындай хыял тормошҡа ашты. Нимә өсөн бындай автобус кәрәк?

Был автобус туристик маршрут буйынса йөрөйәсәк. Сәғәт ярым эсендә ул 12-15 километр үтәсәк. Автобус Каруанһарай сауҙа үҙәгенән китәсәк.
11 сентябргә тиклем автобус социаль рейстар яһай. Был саҡ экскурсия менән инвалид балалар, етем балалар, коронавирус менән көрәшкән медиктар һәм Чернобыльда булған ҡотҡарыусылар йөрөйәсәктәр.
Штатлы режимда автобус 12 сентябрҙән йөрөй башлаясаҡ. Автобус Каруанһарай сауҙа үҙәгенән сығып Ленин, Карла Маркс, Киров, Мәжит Ғафүри, Зәки Вәлиди, Туҡай, Совет, Пушкин, Сочи урамдары буйлап барып Ағиҙел йылғаһы яры буйлап барып кире Каруанһарай сауҙа үҙәгенә киләсәк.
Читайте нас: