+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Сентябрь 2020, 22:42

Республиканың мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына йылы бирҙеләр

Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-комуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итте.

«Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Юрий Палтусов былай тигән: «Республика йылытыу миҙгеленә әҙер. Йылытыу миҙгелен башлау хаҡында ҡарар 15 сентябрҙә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул балалар баҡсалары, дауаханалар һәм мәктәптәр өсөн башланды. 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ошондай объекттарҙың өстән ике өлөшө йылы менән тәьмин ителде. Эш дауам итә. Бөгөн кискә уларҙың барыһына ла йылы бирелер тип иҫәп тотабыҙ».
Рәзил Бикбулатов фотоһы.
Читайте нас: