+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Сентябрь 2020, 20:15

Ҡоштар йылы яҡҡа китә, ә беҙгә “Аманат” килә!

Журналыбыҙҙың көҙгө һаны донъя күрергә лә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әйҙәгеҙ, уға бер аҙ күҙәтеү яһап алайыҡ әле.

Етемдәр тормошо тураһында повесты уҡымаған кеше ҡалмағандыр инде, шулаймы? Эйе, һүҙ тап “Ҡалдырма, әсәй!”, “Урам балалары”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” китаптары авторы, журналист, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар, журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов тураһында бара. Беҙ һеҙгә уның китабына инмәгән бала саҡ хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ. Уны “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында уҡырһығыҙ.
Һәр кешенең тормошонда мәктәптең урыны баһалап бөткөһөҙ. Унда мауыҡтырғыс дәрестәр, иҫтәлекле осрашыуҙар, тоғро дуҫтар, алтын кәңәштәрен биреүсе уҡытыусылар, йөрәк йылыһын мул өләшеүсе тәрбиәселәр, тәүге еңеүҙәр, яңы уңыштар, бейеклектәр… Шаулы, бәхетле, ғәмһеҙ бала саҡ, баланың һәләттәренә, буласаҡ һөнәргә нигеҙ һалған, киләсәккә юл күрһәткән уҡыу йорт – Баймаҡ лицей-интернаты тураһында мәҡәлә лә беҙҙең журнал биттәрендә донъя күрҙе. Кемдәр әле лицейҙа уҡый, улар үҙҙәрен, бәлки, фотоларҙа табып, шатланыр. Әйткәндәй, журнал тышын Баймаҡ лицей-интернатының 11–се синыф уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Алтынай Сәлихова биҙәй.
Дуҫтар, кемдең бесәйе бар? Моғайын, күптәрҙең өйөндә йомшаҡай ғына йән эйәһе көн күрәлер. Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Мәхнүт исемле кескәй бесәй балаһының йәйҙе нисек уҙғарыуы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп яҙған. Был хикәйә бөтәгеҙгә лә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
“Башҡорт ырыуҙары” рубрикаһы был юлы Унлар (Ун) – Башҡортостандың төньяғын төйәкләгән башҡорт ырыуына арналды. Хәҙерге көндә Унлар ырыуы ерҙәре Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә райондарына ҡарай. Кем дә кем шул тарафтарҙан, үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙ тураһында уҡырға онотмағыҙ, йәме?
“Минең шәжәрәм” конкурсын иғлан иткәс тә, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусылары Мансур Хәсәнов менән Гөлнәзирә Сәйәхова үҙҙәренең Түңгәүер ырыуына ҡараған аралары тураһында йөкмәткеле хат яҙып ебәрҙе. Сәрмәләр һәм моҙғайҙар аралары менән журналыбыҙҙың 16-сы битендә танышырһығыҙ.
Журнал постерын йәмле йылмайыуы менән биҙәгән егет кем ул, тип һорарһығыҙ. Илнур Ишембаев бит ул. Уның менән әңгәмәне Рифат Йәмлеханов тәҡдим итә. Кем белә, бәлки был һөйкөмлө ағайҙы беҙ мәктәп дискотекаһына ла алып килербеҙ, Алла бойорһа. Тажвирус ҡына тиҙерәк бөтһөн инде.
“Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратыуымды белә өләсәйем. “Һаҡал тегеп бирсәле, ҡыҙым,” – тине ул миңә бер көндө өләсәйем. Ул мәлдә һаҡалдың нимә икәнлеген ишеткәнем дә булманы. Һөйөклө өләсәйемдең күңелен табыу, ҡыуандырыу йәһәтенән интернет селтәренә “сумдым”: нимә ул һаҡал һәм ҡайһылайыраҡ була икән?” Өләсәһенең күңелен күрәйем тип, милли биҙәүестәр тегеүгә тотонған Гөлназ Ҡорамшина исемле апай беҙгә милли кейем тураһында бик йөкмәткеле мәҡәлә яҙып ебәргән. Уны “Аманат”тың 18-се битендә табырһығыҙ.
...Эреле-ваҡлы биш малай, ниндәйҙер йән эйәһен йығып һалып алған да, берәүһе энәле шприц менән уға сәнскеләй. Уныһының тауыш-тыны сыҡмай, йәнһеҙ кеүек ята. Әллә, үлтергәндәрме? Улар янына бесәй балаһын тотҡан кескәй малай сабып килеп етте. Тағы ла берәүһе һыулы бәләкәй биҙрә тотоп килде... Фронтовик Фазлетдин бабайҙың өйө алдында булған хәлде беҙгә Әбйәлил районының Теләш ауылынан Зөһрә Бәшәрова апай яҙып ебәрҙе. Үҙәк өҙгөс, шул уҡ ваҡытта фәһемле хикәйәләү бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.
Башланыр-башланмаҫ мөхәббәт булды ул! Тап шулай тип башлаған беҙгә ебәргән хатын Рәлиә исемле ҡыҙ. Телефон аша танышыуҙан башланған иләҫ-миләҫ хистәрҙең нимәгә илтеүе тураһында һеҙ “Мәңгелек сер”ҙә уҡырһығыҙ. Үҙегеҙҙең мөхәббәт тарихын беҙгә яҙып ебәрергә онотмағыҙ, яраймы?
“Мажаралы бала саҡ” конкурсын күреп ҡалып, үҙҙәренең мәҙәктәрен һөйләргә ашыҡҡан билдәле сәнғәт кешеләре лә юҡ түгел. Йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаевтың бала саҡта нисек итеп тартма эсенә йәшенеп, йоҡлап ҡалыуы, һыу буйында ҡаланан килгән ҡыҙҙарҙы күреп, иҫе китеп, әсәһенән “өлөш” эләктергәнен Рифат Йәмлихин ҡағыҙға төшөргән.
Быйылғы лагерь ҙа хәтәр ҡыҙыҡ ҡына булды ул. Өйҙә генә ултырҙыҡ, мәгәр лагерҙа ла ҡатнаштыҡ. “Йәйләү” онлайн режимда була, тигәс, бер аҙ баҙап ҡалғайныҡ. Нисек инде, ҡыҙҙар, егеттәр ырыу-ырыу эркелеп, йәмле тәбиғәт ҡосағында ял итмәгәс, ҡайһылайыраҡ була инде? Була икән шул! “Онлайн- Йәйләү”ҙең һәр көнө бик матур үтте ул. Был хаҡта Миләш Байъегетова апайығыҙ яҙған мәҡәләне уҡып, белерһегеҙ.
Бөгөн һәр нәмәнең телефон өсөн үҙенсә ҡушымтаһы бар: дарыуханаларҙыҡы ла, супермаркеттарҙыҡы, хатта китапханаларҙыҡы ла. Туҡта әле, башҡорт балалары әсә телендә әкиәттәр уҡып үҫһен әле тип, махсус ҡушымта эшләгән ағайҙы беләһегеҙме? Ә беҙҙә Юнир ағай менән интвервью донъя күрә! Ул үҙе, эше, “Башҡорт телендә әкиәттәр” ҡушымтаһы тураһында һөйләп ишеттерҙе.
Ул башҡорттарҙы “бында тәүгеләрҙән булып күсеп килгән халыҡ” тип яҙа. “Бәлки, улар – Геродот фекере буйынса, һунар менән йәшәгән һәм йылына бер тапҡыр бүрегә әүерелгән массагеттар тоҡомонандыр”,– тип тә фаразлай. Ҡыҙыҡ фекер, эйеме? Әүермән затынан булмаһаҡ та, француздар өсөн беҙ борондан мистик милләт булып тойолғанбыҙ икән дә. “Аманат” энциклопедияһы”нда 1898 йылда Башҡортостанға килгән француз ғалимы Поль Лаббе яҙмаларынан ҡыҙыҡлы өҙөктәрҙе Илшат Зарипов ағайығыҙ әҙерләне.
21 йәшендә генә донъя кимәлендә йүгереү клубын асҡан башҡорт егетен беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, таныштырабыҙ ул! Айҙар Закиров Санкт-Петербург ҡалаһындағы Хәрби-йыһан академияһында уҡып йөрөй. Ул һеҙгә йүгереү серҙәре тураһында һөйләп ишеттерер, нисек тән ауырлығынан ҡотолоу сараһы тураһында ла һөйләй. Журналыбыҙҙың “Спорт” битен асып, уҡырға ғына ҡала.
Дуҫтар, ошо урында күҙәтеүҙе тамамлап торабыҙ. “Аманат”ҡа 2021 йылдың беренсе яртыһына яҙылыу кампанияһы бара, шуның турала онотманығыҙмы? Журналға яҙылдығыҙмы?
“Аманат”ҡа ярты йылға яҙылыу хаҡы – 370 һум 08 тин. Индексы – П2706.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 668 һум 08 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 740 һум 16 тин булыр ине).
Шулай уҡ, кемдәр журналға яҙылып, купон һәм квитанцияларын беҙгә ебәрә – шуларҙы ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, смартфон, мобиль аккумулятор, монопод, һауыт-һаба йыйылмаһы, “Улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана) һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре көтә!
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла уҡыу йылы менән бергә башланды.
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.
“Аманат”лы булайыҡ!
Читайте нас: